Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Август 2024, 11:30

Ябай ҡағиҙәләр ҙур бәләнән һаҡлай

Бер ҡасан да бер кемгә лә паролдәрегеҙҙе әйтмәгеҙ.

Ябай ҡағиҙәләр ҙур бәләнән һаҡлайЯбай ҡағиҙәләр ҙур бәләнән һаҡлай
Ябай ҡағиҙәләр ҙур бәләнән һаҡлай

Йыш ҡына мутлашыусылар көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе файҙалана, ышанған кешеләрегеҙ булып шылтырата. Бындай осраҡтарҙа һорауҙарға яуап бирмәгеҙ. Әгәр исем-шәрифтәрегеҙ менән өндәшһәләр, уның шәхесен аныҡлағыҙ, ул шылтыратҡан банк йәки ойошма тураһында белешегеҙ, мәғлүмәттәрҙе яҙып алығыҙ.

Шуны хәтерҙән сығармағыҙ: мутлашыусыларҙың маҡсаты – паролегеҙҙе һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе асыҡлау. Бер ҡасан да килгән смс-хәбәрҙәрҙе һәм PUSH-иҫкәрмәләрҙе, картагыҙҙың ПИН-кодын, CVC/CVV-код (карта артындағы өс һан), банк ҡушымталарының логиндарын һәм паролдәрен бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Һеҙгә килгән төрлө һылтанмалар аша сыҡмағыҙ. Уларҙың ялған сайт йәки түләү системаһы булыуы ихтимал.

Сығанаҡ, фото: моифинансы.рф/stop-moshennik/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас