Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тағы бер ташлама булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Рәсми-хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған был документта махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге түләүле юлдарҙа йөрөгәндә түләүҙән азат ителеүе тураһында хәбәр ителә.
Указ махсус бойороҡҡа тиклем ғәмәлдә ҡала.
Башҡортостанда Өфөләге “Көнсығыш сығыу юлы” – берҙән-бер түләүле юл. Тимәк, хәҙер махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары ошо юлда бушлай йөрөү хоҡуғына эйә.
Фото: vk.com/transport.bashkortostan