“Өфөлә “Пруфы” нәшриәтсеһенә Рәсәй армияһын дискредитациялау өсөн протокол төҙөлдө”, – тип бер юлы бер нисә телеграмма-каналда хәбәр таралды. “Өфөләге 9-сы полиция бүлеге “Пруфы интернет баҫмаһы” киң мәғлүмәт сараһы нәшриәтсеһе Рәүфә Рәхимоваға Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.3.3-сө статьяһы буйынса (“Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрен файҙаланыуҙы дискредитациялауға йүнәлтелгән асыҡ эштәр”) административ протокол төҙөнө. Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында материалдар Киров районы судына ебәрелгән”, – тип яҙа “Оперсводки РБ” телеграм-каналы.
Шул уҡ ваҡытта SOTA* интернет-баҫмаһы (иногент тип танылан), үҙенең аноним сығанағына һылтанып, был мәғлүмәтте кире ҡаҡты.
“Рәхимоваға бер ниндәй ҙә протоколдар төҙөмәнеләр, комментарийҙар һорап Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ”, – тип баҫма үҙ сығанағының телмәренән өҙөмтә килтерә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәлде аңлатыу өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына һәм судтарҙың берләштерелгән матбуғат хеҙмәтенә рәсми запростар ебәрҙе.
* ағымдағы йылдың 31 майында Юстиция министрлығы SOTA баҫмаһын сит ил агенты тип таныны. Ведомство уны исемлеккә индереүҙе “баҫманың “Рәсәй Федерацияһының, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәренең кире образын булдырыуға йүнәлтелгән дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙе таратыуы” менән дә аңлатты.
Фото: "Башинформ".