Бөгөн Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын символлаштырыусы Колоннада төҙөү барышы менән танышты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика көнөндә, 2023 йылдың 11 октябрендә, колоннадаға нигеҙ ташы һалынды. Өфө Колоннадаһы Сухум йылғаһы буйында архитектура ҡоролмаһының күсермәһе буласаҡ.
Архитектура проекты сиктәрендә төҙөүселәр 18 колонна ҡора, уларҙы гранит менән йөҙләй, пилястралар ҡуя һәм таш түшәй.
Журналистар менән әңгәмәлә Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллығы менән ҡотланы һәм, Сухум колоннадаһының төҙөлөп ятҡан күсермәһе халыҡтар араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнештәрҙе символлаштырған символға әүереләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡортостанға, уның халҡына һәм етәкселегенә ҡарата ҙур һөйөү кисерәм. Беҙҙең делегация өсөн – был ысын мәғәнәһендә шатлыҡлы ваҡиға. Сухум колоннадаһының күсермәһе халыҡтарыбыҙ араһында нығыныусан бәйләнештәрҙең сағыу дәлиле буласаҡ. Был тарихтың, ҡояш менән ай нисек мәңге йәшәһә, шулай уҡ мәңге йәшәүенә ышанам. Өфө халҡы Абхазия тураһында беләсәк. Был – халыҡтарыбыҙҙы яҡынайтҡан, беҙҙә шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан бөйөк ваҡиға, – тине Аслан Бжания. – Гүзәл республика халҡын байрам менән ҡотлайым һәм тыныслыҡ, сәскә атыу һәм яҡты киләсәк теләйем. Бында халыҡ эшһөйәр, ә етәкселек лайыҡлы. Шуға күрә бында көндән-көн барыһы ла яҡшырыр тип ышанам. Был, ысынлап та, иң яҡшы объекттарҙың береһе. Һеҙгә бик яҡшы идеяғыҙ өсөн рәхмәт!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы буйындағы Колоннаданы асыу тантанаһы тураһында һөйләне.
– Абхазия Президентын һәм Сухум ҡалаһынан ҙур делегацияны 11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, көтәбеҙ. Бергәләп был Колоннаданы асырбыҙ, – тине ул.
Колоннаданың төҙөлөшөн ҡарағандан һуң Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың һәйкәлен ҡараны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, скульптура композицияһы 2024 йылдың 7 февралендә Ленин исемендәге паркта Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы асылды. Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәренә ҡуйылған һәйкәлдең авторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.