Уҙған аҙнала Өфөнөң 450 йыллыҡ матур юбилейы алдынан төрлө оппозация каналдары байрам кәйефен ебәрергә һәм сараға әҙерлеккә бәйле булмаған имеш-мимештәр яҙып маташты. Ләкин “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы һәр саҡтағыса уларҙы таҙа һыуға сығарҙы.
Мәҫәлән, “Мэш бэтэш” каналында Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшөндә 14 йәшлек балалар “тиндәр” өсөн 12 сәғәт буйына эшләй тигән хәбәр баҫылды.
Ысынбарлыҡта, бәлиғ булмағандарҙың төҙөлөштә эшләүен раҫлай алмағандар. Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы вәкилдәре төҙөлөш майҙансығын ҡараған. Биләмәлә балалар булмаған.
Журналистарҙың видео-иҫбатлауҙарына килгәндә, быларҙың барыһы ла баш ҡаланың ҙур спорт объектын асыр алдынан асыҡтан-асыҡ провокацияға оҡшаған. Бәлки, был спектаклдер.
“Мэш бэтэш” телеграм-каналының спортсылар өсөн кәрәкле объектҡа яла яғыуында шик ҡалмай. Улар бының өсөн әллә нәмәгә барырға әҙер. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән авариянан һуң “Мэш бэтэш” журналисы "ҡыҙыу" кадрҙарҙы төшөрөү өсөн дауахана палатаһына инергә маташты. Шуға бәйле һаҡланған объекттың үткәреү режимын боҙған өсөн административ язаға тарттырылды.
Мәғлүмәт өсөн, Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балаларҙың хеҙмәте тыйылмай. РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, граждандар ата-әсәләр ризалығы менән 14 йәштән алып хеҙмәт килешеүҙәре төҙөй ала. Ләкин эш сменаһы улар өсөн дүрт сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Шуға күрә, әгәр, кемдеңдер хоҡуҡтары боҙолғанын күрһәгеҙ, тейешле күҙәтеү органдарына хәбәр итергә кәрәк.
Донъяла берәү булған, башҡа төбәктәр көнләшерлек итеп төҙөлгән Көрәш һарайы “дошман”дарға тыныслыҡ бирмәне. Бөтә республика киң мәғлүмәт саралары юбилей ваҡиғаларында яҡшылыҡ эҙләһә һәм ҡыуанһа, ҡайһы берәүҙәр бысраҡ соҡоуҙан артыҡ китә алманы шул.
Тик хайп өсөн нимә генә эшләмәҫһең шул. Был юлы улар Көрәш һарайы тәҙрәләре аша биҙәлмәгән бүлмәләрҙе күреп ҡалған һәм быны бөтә донъяға таратырға ҡарар иткән. Имеш, беҙҙе алдайҙар. Һарай тыштан ғына әҙер, ә эстә...
Аңлатабыҙ! Фотоға төшөрөп алған бина ысынлап та Көрәш һарайы эсендә урынлашҡан. Әммә был спортсылар өсөн профилле бина түгел Унда йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары урынлашасаҡ, уның ҡуртымға алыусыһы билдәләнгән дә. Тик төп эштәр барған саҡта улар биҙәү эштәрен башламай торған. Ни бары шул ғына...
Альберт Рәхмәтуллин Өфөнөң оло юбилейының тарихи көнөндә мәғлүмәт киңлегенә үҙенең ағыуын һибергә булды. ТГ-каналдарҙың береһендә властар республиканың милли батыры һәйкәлен реставрацияламаған өсөн ғәйепләнә. Әйҙәгеҙ, тикшерәйек.
Ысынлап та, һәйкәл Европала иң ҙур ат статуяһы булып тора. Дүрт йыл дауамында Салауат Юлаев һәйкәленә ремонт үткәреү кәрәклеге тикшерелә. Ошо ваҡыт эсендә һәйкәлде реставрациялау һәм бөтә мемориаль комплексты ремонтлау буйынса тейешле тикшеренеүҙәр, экспертизалар һәм проект эштәре уҙғарылған.
Был пландарҙы тормошҡа ашырыу буйынса бөтә эштәр Өфөнөң юбилей сараларын үткәргәндән һуң башланасаҡ. Был турала Салауат Ҡолбахтин йөҙөндә профилле ведомство хәбәр иткәйне инде.
Радий Хәбиров иһә эштәрҙе сифатлы һәм төплө башҡарыу өсөн реставрациялауҙы Өфөнөң юбилейын байрам итеү менән бәйләмәүҙәрен һораны.
Өфө үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндә “Уфа1” редакцияһынан коллегаларыбыҙ был көндө әсе итеп көлөргә булды. Улар республика баш ҡалаһының байрамға әҙерлеген үҙҙәренсә баһалап, яңғырауыҡлы башлы мәҡәләләр баҫтырып сығарҙы.
Махсус рәүештә иң уңышһыҙ кадрҙарҙы һайлап алып, репортаж авторҙары ҡаланы төҙөкләндереү тураһында һөйләне. Фотоһүрәт аҫтындағы яҙмалар күрәләтә кире йоғонто яһай. Йәнәһе, властар бер ни ҙә эшләмәй.
Уларҙың бәйләнеүҙәре хатта асфальт төҫөнә лә ҡағыла. Авторҙарға уның төҫө юл һәм тротуар араһында ҡараңғыраҡ булыуы һәм “әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тороуы” оҡшамаған.
Әммә беҙгә “Уфа1” редакцияһына мөһим нәмәне хәтергә төшөрөргә кәрәк. Тротуарҙағы плитка һәм ремонт барышында бетон менән ҡапланған люктар кеүек ваҡ деталдәрҙән тыш, республиканың баш ҡалаһында ҡаланы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Бик күп мәҙәниәт һәм спорт объекттары төҙөлдө, парктар, майҙандар, фонтандар яңыртылды.
Баҫма журналистары йәй буйына ямғырҙар яуыуы тураһында белмәгәндер, моғайын. Һәм беҙ эшселәргә әҙ генә аяҙ торған көндәрҙә лә ошо тиклем эште башҡарып өлгөргәнгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерергә тейешбеҙ. Ниңә матур байрамдан һәм төплө әҙерлектән насарлыҡ эҙләргә?
Ошо көндәрҙә “Однажды в Башкирии”” телеграм-каналы табиб Кристина Ильинаның тарихын баҫтырып сыҡты. Уға формаль сәбәптәр буйынса “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыуҙа баш тартҡандар тип яҙҙылар.
“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Кадрҙар сәйәсәте һәм йыйылма анализ идаралығы етәксеһе Гөлнара Камалова менән бәйләнешкә ингән һәм ни өсөн ошо “формаль” сәбәптәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырып булмауын асыҡлаған.
Шулай итеп, ҡыҙ 2020 йылда маҡсатлы йүнәлтмә буйынса “Педиатрия” белгеслеге буйынса университет ординатураһына ҡабул ителгән. Ләкин 2021 йылда, тиҫтерҙәренең береһен дәүләт иҫәбенә белем алыу мөмкинлегенән мәхрүм итеп, уҡыуын ташлаған. Кристина менән маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү төҙөгән Башҡортостан Республикаһының медицина ойошмаһы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы киләсәктә район дауаханаһында эшкә урынлаштырырға күҙаллаған табиптан мәхрүм ителгән.
Бер аҙҙан Ильина уҡыуын тамамлай, тик маҡсатлы йүнәлтмә буйынса түгел. Һуңынан медик Талбазыға күсергә һәм унда төпләнергә, шулай уҡ “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашырға хәл иткән. Билдәле булыуынса, уға был теләгендә баш тартҡандар, өҫтәүенә эш Башҡортостандың Юғары судында тикшерелгән һәм уның дөрөҫ булмауы билдәләнгән.
Сәбәбе бер: программа ҡағиҙәләрендә ҡатнашыуға дәғүә итеүселәрҙең маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү буйынса үтәлмәгән йөкләмәләре булырға тейеш түгеллеге яҙылған. Программаның бөтә ҡағиҙәләрен үтәү түләү алыу өсөн төп шарт булып тора.
Телеграм-канал админдары был хәлгә һаулыҡ һаҡлау министрының “дуҫы”н килтереп ҡушҡан, ул, йәнәһе лә, бөтә талптарҙы урап үтеп, “Ауыл табибы” программаһында ҡаташҡан һәм юғары категориялы табип булып киткән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Надира Ҡутыева программала ҡатнашмаған, юғары категория алғаны юҡ, унан да бигерәк, ул һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләмәй.
Мораҙым тарлауығында йәшәгән зубрҙан “Пруфы” баҫмаһына әле һаман тыңғы бирмәй. Был юлы уларҙы законһыҙ индергәндәр тигән хәбәр тараттылар.
Башҡортостанда белорус зубрҙарын үрсетеү буйынса эш “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эксперттар һәм ғалимдар ҡатнашлығында бөтә тейешле әҙерлек сараларын үткәрҙе.
Зубрҙарҙы һаҡлау буйынса эксперттар секцияһы ултырышында төбәгебеҙҙә яңы популяция булдырыу өсөн Рәсәйҙә зубрҙарҙы һаҡлау стратегияһына үҙгәрештәр индерергә ҡарар ителде.
Тәүҙә уларҙы “Ыҡ” дәүләт тәбиғәт зоологик заказнигы биләмәһенә сығарыу ҡаралғайны, әммә белгестәр “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркын популяция булдырыу өсөн ҡулайлы урын итеп һайларға тәҡдим итте.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: вольерҙа зубрҙарҙы аҫрау өсөн рөхсәт ҡағыҙы Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттән алынды, был бар эштәрҙең дә законлы булыуын раҫлай.
1000 зубр индереү һәм шикле зоотехниктар тураһында имеш-мимештәргә килгәндә, беҙ был теманы алдан уҡ яҡтыртҡайныҡ. Факттарға һәм ғилми рекомендацияларға таянырға кәрәк.