- Тауыш биреү, ғәҙәттәгесә, өс көн: 6, 7 һәм 8 сентябрҙә ойошторола.
- Һайлау участкалары Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
- Башҡортостан халҡы республика Башлығын һайлай, Өфө районында парламентҡа өҫтәмә һайлау уҙғарыла, ә күп кенә ҡалаларҙа һәм райондарҙа урындағы совет депутаттары һайлана.
- Оло йәштәгеләр йәки инвалидтар өйҙә тауыш бирә ала. Йәкшәмбе 14 сәғәткә тиклем һайлау комиссияһына шылтыратығыҙ һәм һеҙгә тауыш биреү өсөн йәшник килтерәсәктәр.
- “Алға Патриот” йәмәғәт ойошмаһы “Рәхмәт-2024” акцияһын үткәрә – тауыш биреүселәр араһында өс фатир, машиналар һәм йөҙҙәрсә башҡа ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.