Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Сентябрь 2024, 15:30

Путин Монголия делегацияһын Өфөлә үтәсәк форумға саҡырҙы

“Рәсәй – спорт державаһы” форумы октябрь айында Башҡортостан баш ҡалаһында үтәсәк.

Путин Монголия делегацияһын  Өфөлә үтәсәк форумға саҡырҙыПутин Монголия делегацияһын  Өфөлә үтәсәк форумға саҡырҙы
Путин Монголия делегацияһын Өфөлә үтәсәк форумға саҡырҙы

ТАСС хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Монголия делегацияһын Өфөлә октябрҙә үтәсәк “Рәсәй – спорт державаһы” форумына саҡырҙы.

“Монгол делегацияһын Өфө ҡалаһында октябрҙә үтәсәк “Рәсәй –спорт державаһы” халыҡ-ара форумында көтәбеҙ”, – тине ул Монголия президенты Ухнааг ийн Хурэлсух менән һөйләшеүҙәрҙе йомғаҡлағанда.

Рәсәй етәксеһе Монголия спортсыларының Рәсәйҙә үткән БРИКС уйындары, ”Азия балалары”, “Киләсәк уйындары” кеүек ҙур халыҡ-ара ярыштарында ҡатнашыуҙарын иҫкә төшөрҙө.

 Фото: © Наталия Губернаторова/ POOL/ ТАСС  

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас