Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Сентябрь 2024, 09:45

Республика һайлауға әҙер

Һайлауҙы тыныс шарттарҙа, йәрминкәләр һәм бүләктәр уйнатыу менән үткәреү күҙаллана, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. 

Республика һайлауға әҙерРеспублика һайлауға әҙер
Республика һайлауға әҙер

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә йылдың мөһим сәйәси ваҡиғаһы – һайлауға әҙерлек тикшерелде. Доклад менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, республиканың һайлау системаһы 6, 7 һәм 8 сентябрҙә тауыш биреүҙә үткәреү өсөн тулыһынса әҙер. Участка комиссиялары эш өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин ителгән, комиссия ағзалары һуңғы инструктажды үтә.

“Башҡортостанда 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) уҙғарыла, – тип иҫкә төшөрҙө Азат Ғәлимханов. – Һайлауға әҙерлекте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һайлау комиссияһы, 3302 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә. Бер комиссия Мәскәүҙә төҙөлдө. Һайлауҙы төрлө сәйәси партиялар, урындағы үҙидара органдары, һайлаусылар йыйылыштары тәҡдим иткән 28 меңләп һайлау комиссияһы ағзаһы уҙғара".

Республика Башлығын һайлауҙа бөтә парламент партияларынан биш кандидат теркәлгән һәм ҡатнаша, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа мандат өсөн өс кандидат көрәшә. Муниципаль кимәлдәге һайлауҙарҙа һайлау кампанияларында 4435 кандидат ҡатнаша.

Бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа 10 сәйәси партияның кандидаттары теркәлгән. Бөтә һайлау кампанияларында өс миллионға яҡын кеше тауыш бирә ала.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы хәбәр итеүенсә, бөгөнгә Башҡортостан Башлығын һайлау, башҡа һайлауҙар буйынса һайлау бюллетендәрен әҙерләү һәм республиканың территориаль комиссияларына тапшырыу процесы тамамланған. Иртәгә, 4 сентябрҙә, һайлау бюллетендәре төбәктең бөтә участка һайлау комиссияларына килә.

Бөтә участка һайлау комиссиялары ла технологик ҡорамалдар, кәрәкле полиграфия һәм канцелярия продукцияһы менән тулы күләмдә тәьмин ителгән, тип йомғаҡланы Азат Ғәлимханов.

“Идара итеү командаһы һайлауға әҙер, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Муниципалитет башлыҡтары үҙҙәренең бурыстарын белә, участка һайлау комиссиялары тирәләй биләмәләр таҙартылған булһын”.

Һайлауҙы тыныс шарттарҙа, йәрминкәләр һәм бүләктәр уйнатыу менән үткәреү күҙаллана, тип хәбәр итте ул.

“Шуға күрә һәммәһенә лә ойошҡан рәүештә эшләргә тәҡдим итәм. Азат Булат улы, зинһар өсөн, участка һайлау комиссияларының бойондороҡһоҙ, тыныс эшмәкәрлеген тәьмин итегеҙ", - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас