Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, 3 сентябрҙән йәмәғәт фекерен тикшереү һөҙөмтәләрен, һайлау һөҙөмтәләрен фаразлауҙы, һайлау менән бәйле башҡа тикшеренеүҙәрҙе, шул иҫәптән уларҙы аныҡ бер кешеләр (шул иҫәптән “Интернет” селтәре) менән сикләнмәгән мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрҙәрендә урынлаштырыуҙы тыйыу ғәмәлдә.
Тыйыу 8 сентябрҙең 20.00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә була.
Һайлау ҡануниәте талаптарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom.