Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Сентябрь 2024, 12:30

Ә һеҙ һайлауға бараһығыҙмы?

Республика тауыш биреүгә әҙер! 

Ә һеҙ һайлауға бараһығыҙмы?Ә һеҙ һайлауға бараһығыҙмы?
Ә һеҙ һайлауға бараһығыҙмы?

2024 йылдың 6, 7, 8 сентябрендә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлау була.

Тауыш биреү өс көн дауам итәсәк: йома, шәмбе һәм йәкшәмбе. Участкалар Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Республикала һайлауҙа тауыш биреү барышын кандидаттар, партиялар, шулай уҡ төбәк Йәмәғәт палатаһы ебәргән күҙәтеүселәр күҙәтә.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тауыш биреүе өсөн 3 302 һайлау участкаһы ойошторолған, шул иҫәптән берәүһе - Мәскәүҙә.

Һайлау участкағыҙҙың ҡайҙа урынлашҡанын ошо https://voter.gosuslugi.ru/new/voter.
 һылтанма буйынса Үҙәк һайлау комиссияһының һанлы сервисы ярҙамында белергә мөмкин.

Шулай уҡ БР Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһы эшләй: 8 800 347 54 54

 

Ә һеҙ һайлауға бараһығыҙмы?

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас