Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 07:40

"Атай ҡаһарманлығы" миҙалы алған атай килгән

Күҙәтеүсе-блогерҙар социаль селтәрҙәргә постар ҡуя. 

"Атай ҡаһарманлығы" миҙалы алған атай килгән"Атай ҡаһарманлығы" миҙалы алған атай килгән
"Атай ҡаһарманлығы" миҙалы алған атай килгән

“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сираттағы тапҡыр күҙәтеүсе-блогерҙар менән тура бәйләнеш үтте. Үҙәктәге журналистарға урындарҙан хәлдәр тураһында Шишмә районынын Динара Нуғаева һәм Өфө ҡалаһының Октябрь районынан Татьяна Рогова һөйләне.

– Иртәнсәктән алып кешеләр әүҙем килә. Ғаиләләре, балалары менән килгәндәр байтаҡ. Улар бергәләп фото төшө, ғаиләләре менән “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша. Балалы ғаиләләргә шарҙар бирәләр, балалар быға бик ҡыуана. Беренсе булып урта йәштәге ҡатын килде. Әлегә өлкән йәштәгеләр бик юҡ, улар, моғайын, электән ҡалған йола буйынса ял көндәре килерҙәр. Отставкалағы майор, быйыл “Атай ҡаһарманлығы” миҙалын алған атайҙың килеүе участканы йәнләндереп ебәрҙе, – тип һөйләне Динара Дамир ҡыҙы.

Өфөнөң Октябрь районындағы 270-сы һайлау участкаһы 17-се мәктәптә урынлашҡан. Татьяна Ивановна әйтеүенсә, уҡыусылар өсөн бөгөн “Күңелле старттар” ойошторолған, улар мәктәп ихатаһында гөрләп тора.

– Әлеге ваҡытта беҙҙең участкала 120 самаһы кеше тауыш бирҙе. Эш көнө булғас, әлегә кеше күп түгел. Ялдарҙа килеүселәр күберәк булыр тип уйлайбыҙ. Мин иртә менән социаль селтәрҙә һайлау башланыуы, уның барышы тураһында бер нисә пост ҡуйҙым да. Кешеләр уҡый, мәғлүмәт ала. Һайлау тыныс үтә, – тине ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас