Башҡортостан Башлығын һайлауҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов та ҡатнашты.
Ул үҙенең тыуған ауылы Иҫке Мусала гражданлыҡ бурысын үтәне.
– Бәләкәйҙән иҫтә ҡалған: ауыл халҡы һәр саҡ һайлауға байрамға барғандай йөрөй торғайны. Һайлау участкаһында музыка уйнаны, концертттар ойошторолдо. Был матур традиция әле лә дауам итә, – тине ул.
“Яҡташыбыҙ Тимерғәле Рәлис улы махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Һуңғы тапҡыр гуманитар йөк илткәндә ул ут аҫтына эләкте. Уның машинаһына дрон-камикадзе һөжүм итте. Депутат йәрәхәттәр алды, дауаханала дауаланды. Хәҙер бөтәһе лә яҡшы. Дауахананан сығыу менән иң тәүҙә һайлау участкаһына йүнәлде”, – тип яҙа “Кармаскалинская новь”.
Фото: https://vk.com/feed