Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 15:00

Һайлау участкалары ябылды

Бөгөн тауыш биреп өлгәрмәһәгеҙ, иртәгә килегеҙ!

Һайлау участкалары ябылдыҺайлау участкалары ябылды
Һайлау участкалары ябылды

Бөгөн, 6 сентябрҙә, 20.00 сәғәттә республиканың һайлау участкалары ябылды. Ул һөҙөмтәле булды - күптәр тауыш биреп өлгөрҙө. Кемдәр һайлауҙа ҡатнашып өлгөрмәгән, борсолмағыҙ, тағы ла ике көн бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.

Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас