Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 04:45

Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ

Өфө халҡы иртәндән тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтә

Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡҺайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ
Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ

Республика халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай. Иртәнге сәғәт 8-ҙән Өфө ҡалаһындағы 363-сө участка һайлау комиссияһы эш башланы. Мин үҙем дә ошо участкала тауыш бирәм, шуға ла һайлауға иртә менән барҙым. Шуныһы ҡыуандырҙы – һайлаусылар алдан килеп, һайлау участкаһының ишеге асылғанын көтөп тора ине.

Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпитале табибы Миләүшә Ғайсина ла тәүгеләрҙән тауыш бирҙе.

– Бөгөн иртәндән тауыш бирергә килдем, сөнки был беҙҙең һайлау, беҙҙең киләсәк. Киләсәгебеҙҙе үҙебеҙ булдырабыҙ, шуға ла һәр кеше тауыш бирергә, үҙенең һүҙен әйтергә, өлөшөн индерергә тейеш, тип иҫәпләйем. Үҙем һайлауҙа һәр ваҡыт ҡатнашам, береһен дә ҡалдырғаным юҡ, – тине Миләүшә Афхал ҡыҙы.

Өфөләге Геронтология үҙәгендә эшләгән Рөстәм Зәйнуллин дә иртәндән һайлауҙа ҡатнашты.

– Һайлауҙа ҡатнашыу – гражданлыҡ ҡарашыңды белдереү, үҙеңдең киләсәгеңде һайлау. Тауыш бирергә кәрәк, –  тине Рөстәм Рим улы.

363-сө участка һайлау комиссияһы рәйесе Любовь Николаевна Гасанова белдереүенсә, был учаскала һайлаусылар исемлегендә 2374 кеше теркәлгән, шулай уҡ 95 кеше беркетеү ҡағыҙы буйынса тауыш бирәсәк. Ике күҙәтеүсе һайлау барышын күҙәтә. Шуалй  уҡ полиция һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре дежур итә.

– Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ. Участка һайлау комиссияһы ағзалары үҙ бурыстарын яҡшы белә, – тине Любовь Николаевна.

Һайлау участкаларына килгән һәр кешегә “Рәхмәт” акцияһы беләҙектәре бирелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ
Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ
Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ
Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ
Һайлауҙы күтәренке кәйефтә башланыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас