Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 14:55

Һайлаусыларҙың кәйефе күтәренке

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бик матур итеп сығыш яһаны

Һайлаусыларҙың кәйефе күтәренкеҺайлаусыларҙың кәйефе күтәренке
Һайлаусыларҙың кәйефе күтәренке

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә һайлау участкаларында эшләгән күҙәтеүсе блогерҙар менән дә тура бәйләнеш ойошторола.

Өфө ҡалаһының 144-се һайлау участкаһында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы Юнысова менән аралашырға насип итте.

– 144-се һайлау участкаһында, һәр ваҡыттағыса, етди әҙерлек барҙы. Был сара республика өсөн мөһим, быны халыҡ та бик яҡшы аңлай, шуға әүҙемлек тә юғары кимәлдә. Һайлаусыларҙың кәйефе күтәренке, ғаиләләр менән киләләр, йәштәр ҙә әүҙем. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бик матур итеп сығыш яһаны. Милли кейемдәрҙә килгән һайлаусылар ҙа булды. Халыҡ “Рәхмәт” акцияһында бик ҡыҙыҡһынып ҡатнаша, – тине Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы.

 Рәмилә МУСИНА фотоһы.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас