Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 11:10

Беҙҙең киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа

Азамат Абдрахманов тәүгеләрҙән булып тауыш биргән. 

Беҙҙең киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙаБеҙҙең киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа
Беҙҙең киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа

Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры Азамат Абдрахманов бөгөн тәүгеләрҙән булып үҙенең һайлау участкаһына барған һәм гражданлыҡ бурысын үтәгән. Был турала ул Телеграмда пост ҡалдырған.

 “Гражданлыҡ бурысын үтәнем – иртән тәүгеләрҙән булып тауыш биреүҙә ҡатнаштым. Һәр беребеҙ һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға һәм республикабыҙ киләсәге өсөн тауыш бирергә тейеш тип иҫәпләйем.

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙән тотош республикала һайлау участкалары асылды, хатта төпкөл ауылдарҙа ла һайлаусылар өсөн бөтә шарттар булдырылды. Кешеләрҙең ижтимағи мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалмауы, төрлө йәштәге кешеләрҙең – ололарҙың да, йәштәрҙең дә – һайлауға килеүе ҡыуандыра.

Әгәр өлгөрмәһәгеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем тауыш биреү уҙасағын хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм.

Беҙҙең киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа, бергәләп республикабыҙҙы яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һәм матурыраҡ итәйек!” – тип яҙҙы ул.

Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы? 

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас