Башҡортостан Башлығын һайлауға беренсе булып килгәндәр һайлау участкаһының асылыуын көтөп алды. Борайҙар – уңған, әүҙем тормош позициялы, тынғыһыҙ халыҡ.
Шуларҙың береһе Азат Ҡыяметдинов 1606-сы һайлау участкаһына беренсе булып килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне. Өҫтәүенә тәүге һайлаусыға көтөлмәгән бүләк тапшырып, күңелле мөхит тыуҙырҙылар, тип яҙа ”Алға” гәзите.
– Һәр тауыш мөһим. Һайлауҙа ҡатнашып, беҙ республиканың киләсәген билдәләйбеҙ. Беҙгә көслө, халыҡты артынан эйәртерлек етәкселәр кәрәк, – тине Азат Ғәйнәүи улы.
Фото: https://algaburaevo.ru/