Белеүебеҙсә, хәҙер һайлау кампанияһы барышын күҙәтеү эшенә блогерҙарҙы ла йәлеп итәләр. “Башҡортостан Башлығын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге менән бәйләнешкә сығып, улар һайлау бырышын яҡтыртып тора. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһындағы 148-се һайлау участкаһы комиссияһында эшләгән күҙәтеүсе блогер Алина Хәбир ҡыҙы Юлдашбаева менән аралашырға насип булды.
Уның белдереүенсә, быға тиклем дә ул күҙәтеүсе булған, ә быйыл блогер күҙәтеүсе булараҡ һайлау барышын яҡтырта.
– Үҙем тауыш бирмәгәнмен әле, йәшәгән адресым буйынса барасаҡмын. Был һайлауҙа беренсе тапҡыр күҙәтеүсе блогер булып ҡатнашам. Иртәнге сәғәт 8-ҙән халыҡ әүҙем килә. Әлегә һайлаусыларҙың 15-16 проценты тауыш бирҙе. Иң оло һайлаусыбыҙға 87 йәш. Беҙ, күҙәтеүсе блогерҙар, кемдәр килгәнен ҡарап ултырабыҙ һәм ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырған һайлаусылар тураһында мәғлүмәтте үҙебеҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмдәргә ҡуябыҙ. Йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә кәрәк тип ҡарай. Һайлау участкаһында байрам кәйефе, йыр-моңдар уйнап тора, буфет эшләй, – ти Алина Хәбир ҡыҙы.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.