“Башҡортостан Башлығын һайлау - 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә ҡунаҡтар килеүен дауам итә. Сираттағы спикерҙар – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Шәүҡәт ҡыҙы Ғәзизова менән урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттары буйынса комиссия рәйесе Илнур Венер улы Рамазанов булды. Улар йәштәрҙең һайлауға ҡарашы, нисек ҡатнашыуы тураһында һөйләнеләр.
– Һайлауға беҙҙең йәштәр ҙә йәлеп ителгән, участка һайлау комиссияларында ла улар эшләй. Мәҫәлән, миңә әле 27 йәш һәм өс һайлауҙа сәркәтип булып өлгөрҙөм. Унда теләп барҙым, барыһын да күрҙем, халыҡ теләп йөрөй. “Һайлау дөрөҫ булманы” тигән төрлө фейктар интернет селтәрҙәрендә килеп сыға. Был хәбәрҙе Рәсәйҙе яратмаған төрлө илдәр тарата. Беҙ уларға ышанырға тейеш түгелбеҙ. Йәштәр төрлө социаль селтәрҙәрҙә ултыра, ҡайһы берҙәре дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе күрмәй. Шуға ла дөрөҫ мәғлүмәтте үҙебеҙҙең матбуғат сараларының социаль селтәрҙәге төркөмдәре аша таратырға тейешбеҙ, – тине
Илнур Венер улы белдереүенсә, йәштәр һайлау ваҡытында “Рәхмәт” беләҙеген барып алалар һәм рәхәтләнеп ташламалар менән ҡулланалар. Шуға ла ошондай партнерҙарҙы “Рәхмәт” акцияһында күбәйтергә, йәштәр өсөн акцияларҙы арттырырға кәрәк. Дөйөм алғанда, йәштәр тауыш биреүгә яуаплы ҡарай, ғаиләләре менән килә.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.
#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан