Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентября 2024, 13:00

Әхирәттәр өлгө күрһәтә

80 йәште уҙған хеҙмәт ветерандары Нәжибә Зәйерова һәм Йәзилә Мифтахованы тирә-яҡта белмәгән кеше юҡ...

Әхирәттәр өлгө күрһәтәӘхирәттәр өлгө күрһәтә
Әхирәттәр өлгө күрһәтә

Балтас районының Иҫке Яҡшый ауылында йәшәгән ике әхирәт  – 80 йәште уҙған хеҙмәт ветерандары Нәжибә Зәйерова һәм Йәзилә Мифтахованы тирә-яҡта белмәгән кеше юҡ. Район үҙәгенә йомоштары төшһә, улар  бер ҡасан да такси, машина көтөп тормайҙар, йәйәүләп булһа ла  килеп етәләр. Ҡайтҡандарында юл ыңғайында туҡтап, “Дуҫлыҡ” аллеяһындағы тренажерҙарҙа күнегеү яһарға онотмайҙар, ти яҡташтары.

 Башҡортостан Башлығын һайлау кампанияһында ла улар әүҙемлек күрһәтте.  Иртүк 1162-се һайлау участкаһына килеп, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирҙеләр, тип яҙа “Балтач таңнары”.

“Һайлау участкаһында йәнлелек дауам итә. Тәүге минуттарҙан уҡ һайлаусылар ағыла башланы. Өлкәндәрҙең яуаплылығын, өлгөрлөгөн башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ”, - ти участканың һайлау комиссияһы секретары Зинфира Саҙретдинова. Афарин, әхирәттәр!

 

Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-09-06/baltach-rayonynda-tavysh-bir-d-lk-nn-r-aktivlyk-k-rs-t-3914673

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас