Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 04:00

Колл-үҙәк эш башланы

Һайлау барышы тураһында һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ!

Колл-үҙәк эш башланыКолл-үҙәк эш башланы
Колл-үҙәк эш башланы

Башҡортостанда тауыш биреү мәсьәләләре буйынса граждандар мөрәжәғәте өсөн колл-үҙәк эшләй башланы. Иртәнге сәғәт 8-ҙән күп каналлы 218-16-84 телефоны буйынса, (347) ҡалаһының коды шылтыратыуҙар ҡабул итә һәм һайлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә, тип белдерҙе колл-үҙәкте ойоштороу өсөн яуаплы Евгений Мельников “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә.

“Тура бәйләнеш”тең эш режимы: 6-8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем.

Һайлау барышында ҡануниәтте боҙған осраҡта тауыш биреү, һайлау участкаһында килеп тыуған ғәҙәти булмаған хәл мәсьәләләре буйынса колл-үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип билдәләне Евгений Мельников.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас