Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 12:55

“Рәхмәт-2024” акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты Колл-үҙәккә шылтыратып белергә мөмкин

“Рәхмәт-2024” акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана“Рәхмәт-2024” акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана
“Рәхмәт-2024” акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана

Башҡортостанда “Рәхмәт-2024” акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Был хаҡта акцияны ойоштороусыларҙың береһе Римма Бикмурзина һөйләне.

Был сәғәткә республикала тәүге 30 еңеүсе билдәле. Уйын һөҙөмтәләре акцияның сайтында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә баҫылған.

– Хәҙер беҙҙең Колл-үҙәк еңеүселәр менән бәйләнешкә инә һәм уларға бүләк алыуҙың ҡасан һәм ҡайҙа уңайлыраҡ булыуын асыҡлай, - тине Римма Бикмурзина.

"Рәхмәт-2024" акцияһы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты Колл-үҙәккә шылтыратып белергә мөмкин  – 8-927-333-45-22.

Башҡортостан һайлаусылары араһында был юлы 330-ҙан ашыу ҡиммәтле приз уйнатыла. QR-“Рахмат-2024” проекты партнерҙарынан ташламаға хоҡуҡ биргән билеттар һәм беләҙектәр һайлау участкаларында ирекмәндәр тарафынан тапшырыла. Һәр ғаилә ағзаһына, шул иҫәптән балаларға, улар һигеҙ символдан торған уникаль кодлы QR-билет бирә, уны рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.

Бүләктәрҙе уйнатыу ваҡыты: 6 сентябрҙә – 14 һәм 20 сәғәттә; 7 сентябрҙә – 14 һәм 20 сәғәттә; 8 сентябрҙә – 14 сәғәттә. Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр “Бүәләктәр төнө” үткәрелә, унда 130-ға яҡын төрлө бүләк уйнатыла.

Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас