

Башҡортостанда булдырылған матур йола буйынса быйылғы һайлауҙа ла “Рәхмәт” акцияһы үтәсәк. “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә быйылғы акция үҙенсәлектәре тураһында һөйләр өсөн акцияның ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина килде.
Быйыл приздар тағы ла күберәк. “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыр өсөн 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үҙеңдең һайлау участкаһына килергә, тауыш бирергә һәм QR-билет алырға мөмкин. Шулай уҡ һеҙгә “Рәхмәт” браслеттары ла биреләсәк, улар буйынса проект партнерҙарының ташламалары менән файҙаларырға мөмкин буласаҡ.
Приздарҙы уйнатыу көн һайын ике тапҡыр – 14 һәм 20 сәғәттәрҙә, ә һуңғыһы 8 сентябрҙә 21 сәғәттә уйнатыласаҡ. Финалда 130 яҡшы приз уйнатыла. Отоштан һалым түләргә тура килә, тип иҫкәртте ойоштороу комитеты.
Әгәр һеҙҙең билет нимәлер отһа, уны алып ҡуймаясаҡтар, ул өс көн дауамында ҡатнашып, тағы ла ниҙер ота ала.
Акцияла ҡатнашыусыларға рахмат102.рф сайтында теркәлергә һәм кире бәйләнеш өсөн номерҙы дөрөҫ күрһәтергә кәрәк, юғиһә хеҙмәткәрҙәр отҡан осраҡта һеҙҙең менән бәйләнешкә сыға алмай, тип билдәләне Римма Бикмырҙина.
“Мутлашыусыларҙың шылтыратыуҙарынан әсе тәжрибә алған кешеләр ышанмай башланы һәм йыш ҡына отош тураһындағы хәбәрҙәргә ышанмай. Бер яҡтан, был бик яҡшы. Иҫкәртәбеҙ, беҙ бер ниндәй ҙә кодтар һәм һандар, бер ниндәй мәғлүмәттәр һорамайбыҙ, түләү һорамайбыҙ”, - тине ул.
Бының кеүек осраҡтар былтыр булған да. Мәҫәлән, Благовещендан бер ҡатын бүләк отоуы тураһындағы хәбәргә ышанмаған һәм телефон трубкаһын ташлаған. Ә ул – автомобиль отҡан булған. Ойоштороусылар уны туғандары аша тапҡан һәм мәғлүмәт еткергән. Һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ. Әгәр һеҙгә шылтыратһалар, акция сайтына инеп был мәғлүмәтте тикшерегеҙ, ойоштороусыларға шылтыратырға ла була.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.