Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 09:15

Шифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәтте

"Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре иртәнән бөгөнгө мөһим ваҡиғала әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренең гражданлыҡ яуаплылығын күрһәтә"

Шифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәттеШифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәтте
Шифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәтте

“Красноусол” шифаханаһының генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов иртә менән һайлауҙа ҡатнашты һәм Өфө районының Булгаков ауылының урта мәктәбендә урынлашҡан 3547-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

– Бөгөн ҡатыным менән бергә Башҡортостан Республикаһы Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙа ҡатнаштым.

Бөгөн һәр кем үҙенең позицияһын белдереү хоҡуғын файҙалана ала. Был һайлау – алдағы биш йыл өсөн Башҡортостан менән идара итәсәк кандидатты һайлау мөмкинлеген биргән байрам.

Өс көнлөк тауыш биреүҙең тәүге көнөндә үк һәр яуаплы гражданин үҙ һайлауын яһарға тейеш, тип иҫәпләйем.

“Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре иртәнән был мөһим ваҡиғала әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренең гражданлыҡ яуаплылығын күрһәтә, – тип белдерҙе Рәмил Бәҙретдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Һеҙ ҙә был мөһим саранан ситтә ҡалмағыҙ!

Фотолар сығанағы: Рамиль Бадретдинов

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Шифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәтте
Шифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәтте
Шифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәтте
Шифахана етәксеһе хеҙмәткәрҙәренә өлгө күрһәтте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас