“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге һайлауҙың тәүге көнө тамамланғансы эшләне. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында урынлашҡан 310-сы участка һайлау комиссияһында күҙәтеүсе блогер булған Денис Острожков бәйлнешкә инде.
– Һайлау участкаһында хәл-торош байрамсы булды. Халыҡ әүҙем тауыш бирҙе, участканан кеше өҙөлмәне. Өс көн тауыш биреү кешеләргә оҡшай. Халыҡ иркендә, тығылмайынса, үҙенә уңайлы ваҡытта үҙ ыңғайына һайлауҙа ҡатнаша. Ғаиләләре менән киләләр, фотоға төшәләр. Беренсе тапҡыр тауыш бирергә килгәндәр өсөн шатландым – уларҙың йөҙөндә бәхетле йылмайыу. Улар һайлау логотибы булған бәләкәй генә сувенир алып сикһеҙ шатлана. Өлкән быуын матур кейемдәрен кейеп, һайлауға байрамға килгән кеүек килә. Был сара уларға бер-береһен күреп, аралашыу мөмкинлеген дә бирә. Көндөң тәүге өлөшөндә өлкән быуын әүҙем тауыш бирҙе, икенсе яртыһында йәштәр һәм урта быуын килде. “Рәхмәт” акцияһы беләҙектәрен алдылар. Көн үткәне һиҙелмәне, тәүге көн еңел үтте, – тип һөйләне Денис Валерьевич.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Унда һеҙҙе көтәләр!
Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.
#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан