Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентября 2024, 11:40

“Тотороҡло киләсәк өсөн”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарынан файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов та республика халҡын, милләттәштәребеҙҙе әүҙем булырға, һайлауҙа ҡатнашырға саҡыра.

“Тотороҡло киләсәк өсөн”“Тотороҡло киләсәк өсөн”
“Тотороҡло киләсәк өсөн”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия кураторы, Башҡортостан Башлығының тәбиғәт ресурстарынан файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, «Башнедра» тау-геология мираҫын, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов та республика халҡын, милләттәштәребеҙҙе әүҙем булырға, һайлауҙа ҡатнашырға саҡыра.

 –  Мин үҙем йәшәгән Зубово ауылындағы һайлау участкаһында  тауыш бирҙем. Һайлауҙа ҡатнашыу һәр кем өсөн мотлаҡ тип иҫәпләйем.  Башҡортостандың тотороҡло киләсәге, социаль-иҡтисади үҫеше һәм был өлкәлә хәҙерге йәш быуындың яуаплылығын булдырыу өсөн. Ситтә ҡалмағыҙ, әүҙем булығыҙ, – тине Рәсих Әғзәм улы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире, шағирә, журналист Лариса Абдуллина ла был йәһәттән фекерен белдерҙе.
– Шағир булмаһаң булма, әммә дәүләтеңдең гражданы булырға тейешһең, тип иҫәпләйем. Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ҡатнаштым, тауышымды Өфө ҡалаһының 368-се һайлау участкаһында бирҙем. Башҡорт телендәге бюллетень ҡулландым һәм Һүҙҙәре лә, эштәре лә төбәгебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән кандидатты һайланым. Мин Рәсәй составындағы көслө Башҡортостан яҡлы. Республика халҡын да һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Берҙәм тауыш биреү көндәре - 6, 7, 8 сентябрь. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем эшләйәсәк, - тип билдәләне Лариса Хашим ҡыҙы.

Фото: Р. Хәмитов, Л. Абдуллина

“Тотороҡло киләсәк өсөн”
“Тотороҡло киләсәк өсөн”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас