Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 05:40

Тотош ансамбль менән һайланылар

"Инвожо" төркөмө Бәнибаш ауылы халҡына иртә менән матур кәйеф бүләк итте. 

Тотош ансамбль менән һайланыларТотош ансамбль менән һайланылар
Тотош ансамбль менән һайланылар

6, 7 һәм 8 сентябрҙә үткән Берҙәм һайлау көнөн Яңауыл районы халҡы ҙур әҙерлек, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Бәнибаш ауылында эшләп килгән "Инвожо" удмурт фольклор төркөмөнә берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар һайлауға милли кейемдә, йыр-бейеү, күстәнәстәр менән килгән. Улар Яңауыл районында һәм райондан ситтә ойошторолған байтаҡ сараларҙа ҡатнаша. "Инвожо" төркөмөнөң бик күп наградалары бар. Был ханымдар удмурт халҡының милли йолаларын, традицияларын, йыр-бейеү сәнғәтен һаҡлау, йәш быуынды милли рухи байлыҡ өлгөләре менән таныштырыу йәһәтенән бик матур эш алып бара. 

Ә бөгөн "Инвожо"лар гражданлыҡ бурысын дәррәү рәүештә үтәп кенә ҡалманы, үҙҙәренең сығышы менән ауылдаштарына яҡшы кәйеф бүләк итте, 3421-се һайлау участкаһында байрамса мөхит булдырҙы. 

Сығанаҡ: Яңауыл районы хакимиәте. 

Тотош ансамбль менән һайланылар
Тотош ансамбль менән һайланылар
Тотош ансамбль менән һайланылар
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас