Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 10:45

Участка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгән

386-сы һайлау участкаһында беренсе тапҡыр һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡулланыла

Участка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгәнУчастка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгән
Участка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгән

Өфө ҡалаһындағы 386-сы һайлау участкаһына иртәндән халыҡ әүҙем килә. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова белдереүенсә, ҡайһы бер һайлаусылар 7.30 сәғәттән килеп сиратҡа торған.

– Беҙҙең 386-сы һайлау участкаһында тауыш биреү хоҡуғы булған 1780 кеше иҫәпләнә. Һайлаусыларҙың күпселеге урта һәм өлкән йәштә, пенсионерҙар ҙа күп. Иң өлкән һайлаусыбыҙға 94 йәш. Ул өйҙә һайлау теләген белдерҙе. Өлкән быуын бындай сараларға электән айырыуса яуаплы ҡарай. “Тауыш биреп өйрәнгәнбеҙ. Беҙ һайлауҙы яратабыҙ, ҡатнашабыҙ”, – тиҙәр. Бөгөн дә унлап кеше 7.30 сәғәткә килеп, сиратҡа торҙо, араларында йәштәр ҙә бар ине. Бында һайлауға ғаиләләре менән бергә киләләр.

386-сы һайлау участкаһында беренсе тапҡыр һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡулланыла. Улар икәү. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексын файҙаланыу бик уңайлы, комиссия эшен еңеләйтә. Ике күсмә ҡумтабыҙ бар, әлегә ете кеше өйөндә һайлау хоҡуғы менән файҙаланыу теләген белдерҙе. Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә мөһим сәйәси сарала ҡатнашыу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Һайлау барышын дүрт күҙәтеүсе күҙәтә. Ирекмәндәр "Рәхмәт" акцияһын ойоштора, – тип белдерҙе Зөлфиә Басир ҡыҙы.

Һайлау участкаһында 78 йәшлек һайлаусы – Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Леонид Николаевич Калинин менән осрашырға насип итте. Ул да иртә менән килеп, тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.

– Мин һәр ваҡыт иртәндән үк килеп тауыш бирәм. Элек таңғы сәғәт 6-нан һайлауға йөрөй инек. Участка һайлау комиссияһы ағзалары бик йылы ҡаршы алды. Кәйеф күтәренке, байрамса. “Рәхмәт” беләҙектәрен алдыҡ, – тине Леонид Калинин.

Әйткәндәй, ысынлап та был һайлау участкаһында бөгөн икеләтә байрам кәйефе тантана инә. Беренсенән, һайлау – үҙе бер байрам булһа, икенсенән, участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Басир ҡыҙына бөгөн 50 йәш тулған. Тыуған көнө булһа ла, Зөлфиә Ғәлийәнова өсөн һайлау эшен ойоштороу төп урында тора. Ул инде 1990 йылдан бирле һайлау комиссияһы эшендә ҡатнаша, үҙенең дә депутат булып һайланғаны бар.

Зөлфиә Басир ҡыҙын юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Участка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгән
Участка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгән
Участка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгән
Участка һайлау комиссияһы рәйесенең тыуған көнө һайлауға тура килгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас