Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 08:30

Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"

Һайлауҙа ҡатнашыу – беҙҙең хоҡуғыбыҙ һәм гражданлыҡ бурысыбыҙ

Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"
Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"

Бөгөн республикала мөһим сәйәси-ижтимағи сара старт алды – һайлау башланды. Башҡортостандың һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән эшләй. Әлеге ваҡытҡа иң әүҙем һайлаусылар тауыш биреп тә өлгөрҙө.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла иртә менән һайлауға барған. Ул Өфө ҡалаһының 404-се һайлау участкаһында тауыш биргән.

– Һайлауҙа ҡатнашыу – беҙҙең хоҡуғыбыҙ һәм гражданлыҡ бурысыбыҙ. Республикабыҙҙың киләсәге хәл ителгән яуаплы мәлдә беҙ ситтә тороп ҡала алмайбыҙ. Намыҫыбыҙ, хәҡиҡәтте, ғәҙеллекте аңлауыбыҙ, Ватанға һөйөүебеҙ ҡушҡанса тәүге көндә үк барып тауыш бирҙек.

“Башҡортостан” республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре – барыбыҙ ҙа 6 сентябрҙә иртән һайлауға барҙыҡ. Шулай уҡ ветерандарҙың, уларҙың яҡындарының, ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙҙең дә һайлау участкаларына барыуын ойошторҙоҡ. Һаулығы йә башҡа сәбәптәр менән килә алмағандар өйҙә тауыш бирә, урындағы комиссиялар менән берлектә эшләйбеҙ.

Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына барып, Конституция менән бирелгән гражданлыҡ хоҡуғығыҙҙы бойомға ашырып, тауыш бирергә саҡырам, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола.

Фотолар: Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор фотоһы.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"
Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"
Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"
Яуаплы мәлдә, ситтә тороп ҡала алмайбыҙ"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас