Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Сентябрь 2024, 08:55

Ышанмағыҙ!

 “Һайлау” тип тә алдарға маташалар...

Ышанмағыҙ!Ышанмағыҙ!
Ышанмағыҙ!

Мутлашыусылар 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республикала барған Башҡортостан Башлығын һайлауҙа спекуляция менән шөғөлләнә башлаған. “ГорОбзор” баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағы мәғлүмәте буйынса, енәйәтселәр Телеграм аша эш итә.

Мутлашыусылар һайлаусылар менән тауыш биреүҙә хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт йыйыусы боттар рәүешендә бәйләнешкә инә.

Белгестәр, был ялғандың яңы ысулы, тип иҫкәртә. Бындай каналдарҙың берҙән-бер бурысы - граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен алыу һәм аҡсаһын тартып алыу.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас