Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 07:45

100 йәшлеге өйҙә һайланы, ә 73 йәшлеге йыр бүләк итте

Оло йәштәгеләрҙең тауышы - ул тәрән аҡыл һәм тәжрибә тауышы. Күпте күргән һәм кисергән, ысын тормоштоң нимә икәнен белгән кешеләрҙең тауышы. 

100 йәшлеге өйҙә һайланы, ә 73 йәшлеге йыр бүләк итте100 йәшлеге өйҙә һайланы, ә 73 йәшлеге йыр бүләк итте
100 йәшлеге өйҙә һайланы, ә 73 йәшлеге йыр бүләк итте

Әлшәй районында Берҙәм тауыш биреү кампанияһының икенсе көнө лә әүҙем, ойошҡанлы бара. Һайлауҙа оло йәштәге кешеләр ҙә ихлас ҡатнаша. Уразмәт ауылынан 100 йәшлек Миңлеямал Ғоссам ҡыҙы Ғиззәтуллина - быға сағыу миҫал. Һайлау комиссияһы ағзалары йөҙйәшәр инәйҙең өйөнә барған. Бай тормош юлы үткән, күпте күргән һәм кисергән ветеран киләсәктең яҡты һәм бәхетле булыуын теләй. "Миңлеямал Ғоссам ҡыҙының тауышы - ул тәрән аҡыл һәм тәжрибә тауышы. Күпте кисергән һәм ысын тормоштоң нимә икәнен белгән кешенең тауышы", - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин. 

Ә Ким ауылындағы һайлау участкаһында иртә менән 73 йәшлек Рауил Ғимазетдинов тауыш бирергә килгән ауылдаштарына байрамса кәйеф бүләк итеп, матур йыр башҡарған. 

Фото һәм видео: Әлшәй районы хакимиәтенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас