Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 15:20

Һайлау байрамға әйләнә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың һайлау штабы вәкилдәре кампания барышы хаҡында һөйләне.

Һайлау байрамға әйләнәҺайлау байрамға әйләнә
Һайлау байрамға әйләнә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың һайлау штабы вәкилдәре кампания барышы хаҡында һөйләне. Брифинг йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үтте.

– Мин бөгөн үк тауыш бирҙем. Хәл тыныс, байрамса. Кешеләр әүҙем бара, бөтә ғаиләләре менән тауыш бирә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам ойошторолған – улар үҙҙәренең тауарҙарын һата, – тип билдәләне “Яңы кешеләр” партияһының төбәк бүлексәһе советы секретары Руслан Дәүләтшин. – Кешеләрҙең “Рәхмәт-2024” акцияһы барышында нисек ҡиммәтле бүләктәр отҡанын уҡыйбыҙ. Дөйөм алғанда, барыһы ла ыңғай баһалана.

КПРФ-тан Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат Артур Шәйнуров 2024 йылды кешеләр ил Президентын һәм республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашҡан сағыу сәйәси ваҡиғалар йылы тип атаны.

– Махсус хәрби операция тормошҡа ҡарашыбыҙҙы үҙгәртте, беҙ ысын ҡиммәттәрҙе тәрәнерәк өйрәнә башланыҡ. Ил яҙмышы һәр тауышҡа бәйле булһа, кешеләр үҙҙәренең яуаплылығын тойҙо, – тине Артур Шәйнуров. – Һайлауға иртәгә ҡатыным менән барам, балалар Мәскәүҙә тулы хоҡуҡлы вәкиллек бинаһында тауыш бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбировтың ышаныслы кешеһе Ильяс Батыргәрәев һайлауҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.

– Мин тауыш бирергә ҡыҙым менән барҙым, участка урынлашҡан мәктәп балалар баҡсаһы янында урынлашҡан, һәм беҙ ҡыҙым менән иртәнге 8-се 15 минутта унда инек. Участкала байрам мөхите, миңә хатта, һайлағанда, ҡыҙымды ҡарарға ярҙам иттеләр, – тине Ильяс Батыргәрәев. – Бөтә райондарҙа ла хәлдәр һәйбәт, һуңғы биш йылда халыҡ һайлауҙың байрам булыуына өйрәнде.

Вәкилдәр әйтеүенсә, һәр участкала бик күп күҙәтеүселәр эшләй. Был ваҡытҡа етешһеҙлектәр, закон боҙоуҙар теркәлмәгән.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас