Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 12:20

Бәхетенә ышанмайҙар!

Ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу дауам итә. 

Бәхетенә ышанмайҙар!Бәхетенә ышанмайҙар!
Бәхетенә ышанмайҙар!

Башҡортостан халҡы яратып өлгөргән “Рәхмәт” акцияһы дауам итә. Әлеге ваҡытҡа өс отош үтте лә - икәүһе кисә һәм өсөнсөһө бөгөн сәғәт икелә булды. “Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингҡа акцияны ойоштороусылар килде.

Билдәле булыуынса, бөгөн акцияла ҡатнашырға һәм билеттарын теркәргә теләгән кешеләр һаны артҡан. Шуға күрә сайтта көсөргәнеш барлыҡҡа килгән. Быны күҙ уңында тотҡан ойоштороусылар өҫтәмә теркәлеү формаһын эшләгән. Бынан ары үҙегеҙҙең QR-билеттарығыҙҙы ошо: https://clck.ru/3D5mTB һылтанма буйынса теркәй алаһығыҙ.

Сираттағы бүләк уйнатыу сараһында Максим Беляев та ҡатнашҡан һәм үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Барыһы ла ғәҙел ойошторолған икәнлеген үҙ күҙем менән күрҙем. Үҙем дә акцияла ҡатнашам, шуға ҡиммәтле бүләктәр еңге килә. Барыһы ла кешенең уңышынан тора. Бүләк отҡандар ысын шок кисерә, ихлас күңелдән шатлана, уларҙың хис-тойғоларына ҡарап үҙең ҡыуанаһың, – тине ул.

Еңеүселәргә килгәндә, акцияның ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр телефон трубкаларын алмай, кемдәрҙер ышанмай һәм трубканы ташлай. Бындай осраҡта ойоштороусылар СМС-хәбәрҙәр ебәрә йәки яҡындарын табып, улар аша хәбәр итә.

Динар Кәлимуллин фотоһы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас