Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында урындағы үҙәк мәсеттең имам-хатибы Әнис Ҡазиханов һайлау участкаһына ҙур ғаиләһе – ҡатыны Гүзәл Ғайса ҡыҙы һәм алты балаһы менән килде. Иң бәләкәй сабыйға бары бер ай ғына.
– Бөгөн беҙ гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәнек һәм бөтә ғаилә менән һайлауҙарға килдек. Балалар менән һайлауҙа ҡатнашып, ғаилә традицияһын булдырабыҙ һәм был мөһим мәл уларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын һәм һәр тауыштың мөһимлеген аңлауҙы тәрбиәләй. Бөгөн беҙ балаларыбыҙҙың киләсәген һайлайбыҙ, – тип билдәләнеләр ир менән ҡатын.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: "Мечетлинская жизнь" гәзите.