Салауат районының Янғантау ауылында 2816-сы һайлау участкаһына үҙенсәлекле Ғибаҙуллиндар ғаиләһе килгән. Эш шунда: был ғаиләлә ике пар игеҙәктәр үҫә: өлкән ҡыҙҙар Айһылыу менән Айгүзәл һәм бәләкәй малайҙар Илназ менән Алмаз. Балалар тауыш биреүгә ата-әсәһе менән бергә килгән.
Участка һайлау комиссияһы ағзаһы Ирина Иштуғанова хәбәр итеүенсә, ғаилә Комсомол ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы Вадим шифаханала эшләй, ә ҡатыны Айһылыу – балалар баҡсаһы тәрбиәсәһе. Ә әлеге ваҡытта ул участка һайлау комиссияһы ағзаһы.
Фото: Ирина Иштуғанова.