Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 14:30

Үҙ еребеҙҙең ер еләген өҙөп ҡабыр инем лутсы...

Шулай инде, үҙ ереңдә үҫкән әрем дә татлы, тигәндәре шул булалыр

Үҙ еребеҙҙең ер еләген өҙөп ҡабыр инем лутсы...Үҙ еребеҙҙең ер еләген өҙөп ҡабыр инем лутсы...
Үҙ еребеҙҙең ер еләген өҙөп ҡабыр инем лутсы...

“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин да республика киләсәге өсөн тауыш биргән.  

– “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре барыһы ла һайлауҙа булып, киләсәк хаҡында үҙ тауышын белдерҙе. Көҙҙөң сыуаҡ был көндәре Башҡортостаныбыҙға тағы ла яҡтыраҡ, тағы ла ҡояшлырак киләсәк алып килһен. Именлектә һәм бәрәкәттә йәшәйек. Махсус хәрби операцияла ижади командировкала булғанда, Каховск һыуһаҡлағысы ярҙарындағы биләмәлә йөрөгәндә, ерҙә тәгәрәшеп ятҡан абрикостарҙы күреп хайран булдым, мул емештәрҙән ботаҡтары ергә тиклем эйелгән сейә, черешняларҙы йыймауҙарына, яугирҙәрҙең ашамауҙарына иҫем китте. Яугир емеш ҡыуағы төбөндә тартып ултыра, ел ыңғайына маңлайына, елкәһенә сейә тейеп китә, ялтана, тик ашамай. Нишләп ашамайһығыҙ, тим дә. “Тәүҙә генә тәмле ул, хәҙер ҡыҙыҡ түгел, эскә тейә, үҙ еребеҙҙең ер еләген өҙөп ҡабыр инем лутсы”, – тине яҡташыбыҙ. Шулай инде, үҙ ереңдә үҫкән әрем дә татлы, тигәндәре шул булалыр. Башҡортостаныбыҙҙы яратып, һаҡлап, данлап, артабан да алға, туғандар, – тип бөгөнгө сәйәси ваҡиғаға ҡарата фекере менән уртаҡлашты Мөнир Ҡунафин.

Фото: Мөнир Ҡунафиндың “Бәйлнештә” социаль төркөмәндәге сәхифәһенән алынды.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас