Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентября 2024, 09:00

Фидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыра

РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы һайлау тураһында фекерен белдерҙе. 

Фидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыраФидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыра
Фидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыра

РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров Өфө ҡалаһындағы 3-сө гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш бирҙе. "Республикабыҙҙың рулендә кешеләр, йәштәр, төҙөкләндереү хаҡында уйлаған кеше торорға тейеш. Йәштәрҙе һайлауҙарға йөрөргә саҡырам. Был - бик яуаплы көн", - тине ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында.  

"Бөгөн республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең күбеһе кеүек үк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ҡатнаштым. Гражданлыҡ бурысын һәр кем үтәй ала!" - тип яҙҙы халыҡ арисы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

Фотолар: "Башинформ" агентлығы һәм Ф. Ғафаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Фидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыра
Фидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыра
Фидан Ғафаров йәштәрҙе һайлауға йөрөргә саҡыра
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас