Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 16:25

Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары тулыһынса яҡланған

Һайлауға йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәргә һәм йәмәғәт күҙәтеүселәренә һайлауҙарҙан һуң ял көнө бирелә

Хеҙмәткәрҙәрҙең  хоҡуҡтары тулыһынса яҡланғанХеҙмәткәрҙәрҙең  хоҡуҡтары тулыһынса яҡланған
Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары тулыһынса яҡланған

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 69 территориаль һәм 3302 участка комиссияһы эшләй. Участка һайлау комиссияһына 28 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уларҙың хеҙмәт хоҡуҡтары нисек үтәлеүе хаҡында хәбәр итте.

– Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары тулыһынса яҡланған. Атап әйткәндә, һайлау участкаларына килтереү ойошторолған. Мәҫәлән, Башҡортостан сода компанияһы – 17, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре 32 участкаға йәлеп ителгән. Эш биреүселәрҙең һайлау комиссиялары ағзалары өсөн туҡланыу ойошторған осраҡтары ла бар. Һис шикһеҙ, һайлау комиссияларының бөтә ағзаларының да уртаса эш хаҡы һаҡлана. Шулай уҡ уларға һәм йәмәғәт күҙәтеүселәренә һайлауҙарҙан һуң ял көнө бирелә, – тип билдәләне Гүзәл Фәрит ҡыҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас