Әлеге ваҡытта Башҡортостанда тауыш биреүҙең икенсе көнө башланып тора. Традицион рәүештә иртәнге сәғәт һигеҙҙә бөтә һайлау участкалары ла үҙ ишектәрен асты. Ә улар әҙ түгел – 3302. Һәм хатта Мәскәү ҡалаһында бер комиссия төҙөлгән.
Быйыл Башҡортостан сәйәси кампания өс көн дауам итә – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә. Иң мөһиме беҙ киләсәгебеҙҙе – Башҡортостан Башлығын һайлайбыҙ. Дөйөм алғанда, республикала 218 һайлау кампанияһы (Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 216 һайлау кампанияһы) уҙғарыла.
Кисә тауыш биреүселәрҙең 30 процент самаһы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостанда тәүге көн тыныс үткән, әллә ни закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.
Һайлау участкалары өс көн буйына иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.
Гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә ашығығыҙ. Тауыш биреүҙең беренсе көнө артта ҡалды, әгәр кисә барып өлгөрмәһәгеҙ тағы ике көнөгөҙ ҡалды.