Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 13:50

Күҙәтеүсе-блогерҙар участкаларҙа барыһы ла тыныс, ти

"Баймаҡта тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә. Мин булған һайлау участкаһында яҡшы кәйеф хөкөм итә".

Күҙәтеүсе-блогерҙар участкаларҙа барыһы ла тыныс, тиКүҙәтеүсе-блогерҙар участкаларҙа барыһы ла тыныс, ти
Күҙәтеүсе-блогерҙар участкаларҙа барыһы ла тыныс, ти

“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сираттағы тапҡыр күҙәтеүсе-блогерҙар менән тура бәйләнеш үтте. Үҙәктәге журналистарға урындан хәлдәр тураһында Өфө ҡалаһының Дим районындағы 23-сө участка һайлау комиссияһында күҙәтеүсе блогер булып эшләгән Ләйсән Бикташева һөйләне.

– Һайлаусылар бик әүҙем килә, әлеге ваҡытҡа тауыш биреүселәрҙең 42 процент самаһы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне лә. Кисә 30 процент ине, бөгөн 12 процент самаһы. Үҙем күҙәтеүсе-блогер булараҡ икенсе йыл эшләйем һәм барыһы ла тыныс бара тип әйткем килә. Кешеләрҙең кәйефе яҡшы. Башлыса өлкән йәштәгеләр килә, шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең дә байтаҡ булыуын билдәләйбеҙ. Иң беренсе килгәндәргә татлы бүләктәр тапшырылды, беренсе тапҡыр һайлағандар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алды, – тине ул.

Башҡортостанда тауыш биреү мәсьәләләре буйынса граждандар мөрәжәғәте өсөн колл-үҙәкте ойоштороу өсөн яуаплы Евгений Мельников Баймаҡ ҡалаһына барған һәм унан бәйләнешкә сыҡты һәм тауыш биреү барышы тураһында һөйләне.

– Баймаҡта тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә. Мин булған һайлау участкаһында яҡшы кәйеф хөкөм итә. Футбол буйынса турнир ойошторолдо, йәштәр унда әүҙем ҡатнаша. Кешеләрҙең күбеһе “Рәхмәт” акцияһы тураһында белә, билеттар һорап ала, – тине ул.

Тағы бер күҙәтеүсе-блогер Алина Юлдашбаева Өфө ҡалаһынан бәйләнешкә сыҡты.

– Кешеләр яҡшы кәйеф менән килә. Әлегә килеүселәр һаны 40 проценттан артты. Беренсе тапҡыр тауыш биргән йәштәргә бүләктәр бирәбеҙ. Өлкәндәр ҙә ихлас килә, шуныһына иғтибар иттем, быйыл өйөнә саҡыртып тауыш бирергә теләүселәр бик аҙ, күрәһең, өлкән йәштәгеләр үҙҙәре килергә тырыша, улар ошо һайлау мөхитен ярата, – тине ул. – Блогер булараҡ, социаль селтәрҙә постар ҡуйҙым, кешеләр уны уҡый, һайлауға килә.

Альберт Заһиров фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас