Башҡортостанда Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Святослав Попов “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистарға республика халҡының Колл-үҙәккә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүе хаҡында һөйләне. Уный әйтеүенсә, бөгөн, тауыш биреүҙең икенсе көнөндә, 14.00 сәғәткә дүрт шылтыратыу килгән, дөйөм алғанда, 6 сентябрҙе иҫәпкә алғанда, 19 шылтыратыу булған.
– Беҙгә техник характерҙағы һорауҙар бирәләр, мәҫәлән, үҙенең участка һайлау комиссияһын нисек табырға, паспортһыҙ тауыш бирергә мөмкинме, шулай уҡ “Рәхмәт” акцияһы буйынса һорауҙар булды. Бөтә һорауҙарға ла квалификациялы яуаптар бирелде, ялыуҙар килмәне, – тип билдәләне ул.
Святослав Попов шылтыратыуҙарҙы квалификациялы белгестәр ҡабул итеүен, уның өҫтөндә ҙур команда эшләүен асыҡланы.
Һайлауға ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, Колл-үҙәккә – 8 (347)218-16-84 телефон һандары буйынса шылтыратығыҙ. 7 һәм 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.