Ҡайһы бер телеграм-каналдарҙа ялған яңылыҡ таралды: имеш Әбйәлил районының Хәлил ауылында янған мәсеткә утты рус криминал бизнесмендары төрткән.
Ысынбарлыҡ ниндәй һуң? "Война с фейками. Башкортостан" телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, мәсеттә янғын техник етешһеҙлектәр арҡаһында сыҡҡан. Фейк авторҙары милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыу өсөн көнкүреш ваҡиғаһының сәбәптәрен үҙгәртергә тырыша.
“Был һыу үткәргес өсөн йылытыу кабеленең төҙөк булмауына бәйле. Зыян күреүселәр юҡ”, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Әлеге ваҡытта янғын тулыһынса һүндерелгән.
Фейк таратҡан каналдың бынан алдараҡ республикалағы хәлдәр тураһында ялған мәғлүмәттәр баҫтырып сығарғаны бар ине.
Фото: Телеграм.