Башҡортостанға Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү Һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора килде. Ул журналистар менән “Башҡортостан Башлығын Һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә аралашты.
– Башҡортостанда һайлау процесының нисек барыуын ҡарарға килдек, бөгөн республикала тәүге эш көнөбөҙ.
Тәү сиратта мониторинг стандарттарына ярашлы һайлау процесын ойоштороуға иғтибар итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Ирина Киркора.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә лә тауыш бирергә мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан