

Бөгөн Башҡортостанда тауыш биреүҙең икенсе көнө дауам итә. Һайлауҙар барышын 13 мең самаһы йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә. Улар алдан махсус уҡыу үткән һәм сәйәси кампанияға тулы кимәлдә әҙер.
“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенә Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Алексей Елизарьев килде һәм һуңғы яңылыҡтар тураһында хәбәр итте.
Асыҡланыуынса, Башҡортостан һайлау участкаларында етешһеҙлектәр, закон боҙоу осраҡтары булмаған. Шулай уҡ кисә лә барыһы ла тыныс үткән.
– Һәр дүртенсе һайлаусы ғаиләһе, балалары менән килә. Йәш ғаиләләр генә түгел, ә 50, 60 һәм хатта 65 йыл бергә йәшәгәндәр ҙә тауыш бирә. Йола буйынса, өлкәндәр күпләп килә, кисә иң өлкән тауыш биреүсегә 94 йәш булһа, бөгөн 104 йәшлек кеше килде. Милли кейемдә тауыш биргәндәр бар, хатта, айыу, шәшке, пандалар ҙа инеп гражданлыҡ бурыстарын үтәп сыға, – тине ул.
Алексей Елизарьев белдереүенсә, республика һайлау участкаларында байрам мөхите өҫтөнлөк итә, музыка уйнай, тәүге килгәндәргә, өлкәндәргә, балаларға бүләктәр бирелә.
Йәмәғәт күҙәтеүселәренә килгәндә, улар тулыһынса бушлай эшләй. Алеуксей Елизарьеав әйтеүенсә, был кешеләрҙең күбеһе күңел ҡушыуы буйынса күҙәтеүсе булып килә, был эштең нисек башҡарылыуын үҙ күҙҙәре менән күргеһе килә. Һәр ваҡыттағыса, араларында ҡатын-ҡыҙҙыр күп, студенттар байтаҡ.
Фото: Альберт Заһиров.