Мәғлүм булыуынса, һайлау участкаларында “Рәхмәт-2024” акцияһы уҙғарыла һәм уның шарттары буйынса беләҙектәр, билеттар бирелә. Кисә 65 бүләк уйнаттылар: көнкүреш техникаһы, телефондар, саң һурҙырғыс роботтар һәм башҡалар. Ошо хаҡта “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә “Рәхмәт-2024” акцияһын ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмурзина һөйләне. Уның белдереүенсә, Өфөлә йәшәгән һайлаусы кисә телевизор отҡан һәм уны килеп тә алған, бөгөн квадроциклды тапшырасаҡтар.
Римма Бикмурзина билдәләүенсә, акция сиктәрендә фатирҙар һәм автомобилдәр әлегә уйнатылмай. Улар 13 сентябрҙә уйнатыласаҡ. Әйткәндәй, акцияны ойоштороусылар ҡатнашыусыларға шылтыратып бер ниндәй ҙә шәхси мәғлүмәт һорамай. Тик еңеү тураһында ғына хәбәр итә. Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!
Отош аҡсалата ла бирелмәй. Әгәр отошҡа ҡағылышлы һорауҙар тыуһа, 8-927-333-4522 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.
Ойоштороусылар белдереүенсә, “Рәхмәт-2024” акцияһына бөтә республика буйынса 1500 партнер ҡушылған. Еңеүселәр араһында шулай уҡ Өфө, Салауат, Бүздәк райондарынан һәм ҡалаларынан кешеләр бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Рәхмәт-2024” акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. QR-"Рәхмәт-2024" проекты партнерҙарынан ташламаға хоҡуҡ биргән билеттарҙы һәм беләҙектәрҙе һайлау участкаларында ирекмәндәр тапшыра.
Иҫкәртәбеҙ, "Рәхмәт" акцияһына ҡағылышлы бер фейк яңылыҡ та булған, шуға ла бар мәғлүмәтте 8-927-333-4522 телефоны буйынса асыҡлай алаһығыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан