Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 15:15

"Рәхмәт-Башҡортостан" конкурсында ла ҡатнашырға онотмағыҙ

Конкурстың бүләктәре яҡшы – робот-саң һурҙырғыс, смартфон һәм аҡыллы колонкалар. Тик уны һайлаусыларҙың “Рәхмәт” акцияһы менән бутарға ярамай.

"Рәхмәт-Башҡортостан" конкурсында ла ҡатнашырға онотмағыҙ"Рәхмәт-Башҡортостан" конкурсында ла ҡатнашырға онотмағыҙ
"Рәхмәт-Башҡортостан" конкурсында ла ҡатнашырға онотмағыҙ

“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә “Рәхмәт-Башҡортостан” акцияһы тураһында һөйләнеләр. Ойоштороусы Регина Ҡадырова әйтеүенсә, был акцияны һайлаусыларҙың “Рәхмәт” акцияһы менән бутарға ярамай.

“Рәхмәт-Башҡортостан” конкурсы республиканың барлыҡҡа килеүенә 105 йыл тулыуға арнала. Ул 5 августа башланды һәм 13 октябргә тиклем дауам итәсәк. Йомғаҡтар Республика көнөндә яһаласаҡ.

–  Идея ҡайҙан барлыҡҡа килдеме? Башҡортостанда бөтә ерҙә төҙөлә, төҙөкләндерелә. “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Алға, патриот” берләшмәһендә ҡулланыусылар беҙгә Башҡортостанда йәшәүе нисек оҡшауы, тәбиғәт матурлығы, парктар төҙөлөүе һәм башҡалар өсөн “рәхмәт постары” яҙа башланы. Беҙ яҡшы хәбәрҙәр яҡлы.

Аҙна һайын яҙмалар араһында йомғаҡ яһала. Шулай итеп, биш еңеүсе билдәләнә – тамашасылар һөйөүе призына ике еңеүсе лайыҡ була. Бында иң күп лайктар, тере комментарийҙар һәм репосттар һаны иҫәпләнә.

Дүрт уйын ойошторолған да инде, тип хәбәр итте Регина Ҡадырова. Шулай уҡ ул акция барышында Башҡортостанға һәм тыуған төйәгенә арналған йырҙар тураһында 93 пост алғандары тураһында һөйләне. Конкурс йомғаҡтары буйынса концерт ойоштороласаҡ.

Конкурстың бүләктәре яҡшы – робот-саң һурҙырғыс, смартфон һәм аҡыллы колонкалар.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас