Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Сентябрь 2024, 17:50

Яугир һайлауға килде

Йәш быуын өсөн һәр яҡлап өлгө улар.

Яугир һайлауға килдеЯугир һайлауға килде
Яугир һайлауға килде

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ҙә Башҡортостан яҙмышына, туғандарының, балаларының яҡты киләсәгенә ҙур өмөттөр бағлай.  Республиканан ситтә Ватан һағында уяу торған яҡташтарыбыҙ  төбәкте лайыҡлы кандидат, көслө шәхес  етәкләйәсәгенә ҙур ышаныс белдерә.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булыусы яугирҙәр һайлау участкаларына килеп тауыш биреүҙе мөһим  гражданлыҡ бурысы итеп иҫәпләй. Бөгөн шуларҙың береһе, Балтас районы егете, “Бага” позывнойлы һалдат  Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашты, тип яҙа “Балтач таңнары”. Йәш быуын өсөн һәр яҡлап өлгө булған яугиргә  сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: https://baltachtan.ru/articles/s-yas-t/2024-09-07/kyska-vakytly-yalda-bulganda-3915984?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас