"Башҡортостан Башлығын Һайлау-2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә юридик фәндәр кандидаты Елена Николаевна Босова журналистарға һайлау ҡануниәте тураһында һөйләп: "Был көндәрҙә республикала Башҡортостан Башлығын һайлау үтә, был мөһим ваҡиға, сөнки алдағы йылдарҙа төбәктең нисек үҫешеүе ошоға бәйле", - тине.
– Беҙ әлеге ваҡытта Башҡоростан Башлығын ғына һайламайбыҙ, ә Рәсәй Федерацияһының Юғары парламентын формалаштырабыҙ – Федерация Советын. Һәр субъкттан ике вәкил буласаҡ. Башҡоростан Башлығы һайлаған саҡта өс кандидат сенатор вазифаһына бирелә. Ниңә өс? – Бер төп кандидат, икеһе резеврта, әгәр ҙә кемдер үҙ вәкәләттәрен үтәй алмаһа инде, - тине Елена Николаевна.
Спикер сығышында "һайлау ваҡытында агитация алып барыу тыйыла, шулай уҡ һайлау участкаһынан 50 метр алыҫлыҡта бер ниндәй ҙә агитация материалы ҡуйылырға тейеш түгел" тине.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан