Белорет районының Собханғол (Урман Рәүәт) ауылында бер үҙе генә йәшәгән Кинйәғол Сәлимгәрәев 8 сентябрҙә һайлауҙа ҡатнашты. Ул бер һайлауҙы ла ҡалдырмай.
Ситтә йәшәгән ауылдың һуңғы уҙаманын участка һайлау комиссияһы ағзалары онотмай – күсмә ҡумта менән алып барып, тауыш биреүҙе ойоштора. Кинйәғол ағай бындай иғтибарға ҡәнәғәт һәм кандидатты ентекләп өйрәнеп, үҙенә оҡшаған кешегә тауыш бирә.
Кинйәғол Сәлимгәрәевкә 92 йәш. Ярты быуаттан ашыу бер үҙе генә, япа-яңғыҙ йәшәй. Урман Рәүәт ауылы Инйәрҙән 30 саҡрым алыҫлыҡта ята. Унда юл юҡ тиерлек, һаҙлыҡ аша үтергә кәрәк.
Кинйәғол ағай күп һөйләргә яратмай. Өйө тап-таҙа, иҙәне ҡырып йыуылған, ихатаһы тирәһен дә тәртиптә тота. Ул – тыуған еренә, тыуған ауылына тоғро ҡалған кеше. Элек был ауылда 120 йорт һәм мәктәп булған. Үткән быуаттың урталарында ауыл халҡы уңайлыраҡ урындарға күсеп киткән. Бер Кинйәғол ағай ғына тороп ҡалған.
“Ошо ерҙә тыуғанмын, ошонда ата-бабаларым ята. Ниңә мин ташлап китергә тейеш?" – ти ул. Һуңғы тапҡыр урмандан 1961 йылда хәрби билетын алмаштырырға сыға. Ул ваҡытта уға 27 йәш була. Шулай итеп, 63 йыл бер үҙе донъя көтә һәм ауылынан да сыҡмай. Уға Инйәр ауылынан туғаны Хәлим Сәлимгәрәев килеп йөрөй, аҙыҡ-түлек, кәрәкле әйберҙәр алып килеп китә.
Кинйәғол ағай үҙе картуф ултырта, баҡса үҫтерә, бал ҡорттары тота. Заманында бик данлыҡлы һунарсы булған, 78 айыу алған.
Уны республиканың матубғат саралары хеҙмәткәрҙәре лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота. Был юлы Кинйәғол Сәлимгәрәевтең Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы махсус рәүештә барып төшөрҙө.
Әйткәндәй, Кинйәғол ағай әрмелә саҡта бер тапҡыр табипҡа күренгән, шунан бирле медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәне юҡ. Ауырып китһә, үләндәр менән дауалана. Ул тәмәке тартмаған, иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ түгел.
Башҡорт Робинзонына иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: Инйәр ауыл хакимиәтенән.