Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2024, 07:45

“Алтын” яҡташтарына рәхмәт белдерҙе

 Яугир Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 643-сө һайлау участкаһында Башҡортостан Башлығын һәм ҡала Советы депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты.

“Алтын” яҡташтарына рәхмәт белдерҙе“Алтын” яҡташтарына рәхмәт белдерҙе
“Алтын” яҡташтарына рәхмәт белдерҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Алтын” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан арала гражданлыҡ бурысын үтәргә лә өлгөрҙө. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 643-сө һайлау участкаһында Башҡортостан Башлығын һәм ҡала Советы депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Яугир республика, ҡала етәкселегенә һәм битараф булмаған яҡташтарына даими гуманитар ылауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Бындай тыл менән еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”– тине яугир.

“Алтын” яҡташыбыҙ өлкән лейтенант Александр Козоногов командалыҡ иткән Советтар Союзы Геройы Алексей Сухоруков исемендәге Стәрлетамаҡ реактив батареяһында хеҙмәт итә. Беҙ уға  һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

 Фото: https://vk.com/srgazeta

 

“Алтын” яҡташтарына рәхмәт белдерҙе
“Алтын” яҡташтарына рәхмәт белдерҙе
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас